Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙманы кем яҙғаны билдәлеме?

Изге Яҙманы кем яҙғаны билдәлеме?

Изге Яҙманан яуап

 Күптәр, Изге Яҙманы кем яҙғаны билдәле түгел, ти. Әммә күп осраҡта Изге Яҙманың үҙендә уны яҙыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең исемдәре килтерелә. Мәҫәлән, уның ҡайһы бер өлөштәре «Ниҡәмиҙең һүҙҙәре», «Ишағыяның... күренеше», «Йәһүәнең... Йәилгә еткергән һүҙе» тип башлана (Ниҡәми 1:1; Ишағыя 1:1; Йәил 1:1).

 Изге Яҙманы яҙыусыларҙың күбеһе үҙҙәре менән берҙән-бер Алла Йәһүә етәкселек иткәнен таныған. Еврей Яҙмаларын яҙыуҙа ҡатнашҡан пәйғәмбәрҙәр яҡынса 300 тапҡыр: «Йәһүә былай тип әйтә», — тигән (Амос 1:3; Миҡай 2:3; Наум 1:12). Ҡайһы бер осраҡтарҙа Алла үҙ хәбәрен фәрештәләр аша тапшырған (Зәкәриә 1:7, 9).

 Изге Яҙманы 1600 йыл дауамында 40 самаһы ир-ат яҙған. Уларҙың ҡайһылары Изге Яҙманың бер нисә китабын яҙған. Изге Яҙманы 66 китаптан торған бәләкәй китапхана тип атарға була. Уға Еврей Яҙмалары, йәғни Иҫке Ғәһед тип аталған 39 китап, һәм Грек Яҙмалары, йәғни Яңы Ғәһед булараҡ билдәле 27 китап ингән.