Изге Яҙмалағы хронология буйынса, 1914 йыл нимәһе менән әһәмиәтле?

Изге Яҙмалағы хронология буйынса, 1914 йыл нимәһе менән әһәмиәтле?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмалағы хронология буйынса, 1914 йылда күктә Алла Батшалығы урынлаштырылған. Был Данил китабының 4-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлектән күренә.

 Пәйғәмбәрлектең эстәлеге. Алла Вавилон батшаһы Набуҡаднизарға пәйғәмбәри төш күрһәткән. Төшөндә батша мөһабәт ағас күргән, шунан был ағас киҫеп ауҙарылған һәм унан ҡалған төп «ете ваҡыт»ҡа үҫеүҙән туҡтатылған, ә бераҙҙан тағы үҫә башлаған (Данил 4:1, 10—16).

 Пәйғәмбәрлектең беренсе үтәлеше. Төштәге мөһабәт ағас Набуҡаднизарҙың үҙен кәүҙәләндергән (Данил 4:20—22). Ул, ваҡытлыса аҡылдан яҙып дәүләт менән идара итеүҙән ете йылға ситләштерелгәс, образлы әйткәндә, киҫеп ауҙарылған, тиергә була (Данил 4:25). Ә инде Алла уға аңын кире ҡайтарғас, ул яңынан тәхеткә ултыртылған һәм Алланың хакимлығын таныған (Данил 4:34—36).

 Пәйғәмбәрлектең бөйөгөрәк үтәлеше барлығын раҫлаусы дәлилдәр. Был пәйғәмбәрлек «ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләр Аллаһы Тәғәләнең кешелек батшалары өҫтөнән Хаким булыуын, хакимлыҡты кемгә бирергә теләһә, шуға биреүен һәм тәхеткә кешеләр араһынан хатта иң күренекһеҙен ултырта икәнен белһендәр өсөн» бирелгән булған (Данил 4:17). Алла ҡарашынан тәкәббер Набуҡаднизар уға ышанып хакимлыҡ тапшырырлыҡ кеше булғанмы һуң? Юҡ, сөнки был төштән алдараҡ Алла уға икенсе бер төш күрһәткән булған. Шул төштә хакимлыҡтың уға ла, башҡа берәй сәйәси державаға ла бирелмәйәсәге аңлатылған. Бының урынына, Алла үҙе «бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ», тиелә (Данил 2:31—44).

 Был ваҡиғаларҙан бер нисә быуат элегерәк Алла ерҙә үҙенең хакимлығын күрһәтеүсе батшалыҡ урынлаштырған булған. Был батшалыҡ боронғо Израиль булған. Алла ул батшалыҡтың тар-мар ителеүенә юл ҡуйған, сөнки уның идарасылары тоғро булмаған. Әммә ул шул уҡ ваҡытта, батшалыҡты «тажға законлы хоҡуғы булған» затҡа бирермен, тигән (Йәзәкил 21:25—27). Изге Яҙма буйынса, Ғайса Мәсихтең был мәңгелек Батшалыҡты алырға законлы хоҡуғы бар (Лука 1:30—33). Набуҡаднизарҙан айырмалы рәүештә, Ғайса, пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, «йыуаш, баҫалҡы» булған (Матфай 11:29).

 Данил китабының 4-се бүлегендәге ағас нимәне символлаштыра? Изге Яҙмала ҡайһы берҙә ағас идаралыҡты йә батша хакимлығын белдерә (Йәзәкил 17:22—24; 31:2—5). Данил китабының 4-се бүлегендәге ағас пәйғәмбәрлектең бөйөгөрәк үтәлешендә Алланың идаралығын символлаштыра.

 Ағасты киҫеп ауҙарыу нимәне аңлата? Пәйғәмбәрлектең беренсе үтәлешендә ағастың киҫеп ауҙарылыуы Набуҡаднизар идараһының туҡтап тороуын аңлатһа, бөйөк үтәлешендә Алланың ерҙәге идараһының ваҡытлыса өҙөлөүен аңлата. Был пәйғәмбәрлек Йәрүсәлимды Набуҡаднизар тар-мар иткәндә үтәлгән, сөнки Йәрүсәлимда «Йәһүәнең тәхетенә» ултыртылған Израиль батшалары уның вәкилдәре булған (1 Йылъяҙма 29:23).

 «Ете ваҡыт» нимәне аңлата? «Ете ваҡыт» — ул Алланың, кешеләрҙең эшенә ҡатнашмайынса, уларға үҙҙәренә ер менән идара итергә рөхсәт биргән осор. Изге Яҙмалағы хронология буйынса, «ете ваҡыт» б. э. т. 607 йылдың октябрендә вавилондар Йәрүсәлимды емергәс башланған a (2 Батшалар 25:1, 8—10).

 «Ете ваҡыт» күпме дауам иткән? Был ваҡыттың, Набуҡаднизар осрағындағы кеүек үк, тура мәғәнәлә ете йылды аңлатыуы мөмкин түгел. Ошо һорауҙы аңлатып, Ғайса былай тигән: «Халыҡтарға билдәләнгән ваҡыт тамамланғансы, халыҡтар Йәрүсәлимде [Алла идараһының символын] тапар» (Лука 21:24). «Халыҡтарға билдәләнгән ваҡыт», йәғни Алланың үҙ идаралығын кешеләргә тапарға рөхсәт иткән осор, Данил китабының 4-се бүлегендә әйтелгән «ете ваҡыт» була ла инде. Тимәк, Ғайса ерҙә булғанда «ете ваҡыт» әле һаман дауам иткән булып сыға.

 Изге Яҙма үҙе пәйғәмбәри «ете ваҡыт»тың күпме дауам иткәнен билдәләргә ярҙам итә. Унда әйтелгәнсә, өс ярым «ваҡыт» 1 260 көн тәшкил итә, ә «ете ваҡыт» бынан ике тапҡырға күберәк, тимәк, 2 520 көнгә тиң (Асылыш 12:6, 14). «Һәр көн өсөн бер йыл» тигән пәйғәмбәри ҡағиҙәне ҡулланһаҡ, 2 520 көн 2 520 йылға тиң булып сыға. Шулай итеп, «ете ваҡыт», йәғни 2 520 йыл, 1914 йылдың октябрендә тамамланған (Һандар 14:34; Йәзәкил 4:6).

a «Ете ваҡыт»тың тап б. э. т. 607 йылда башланғаны хаҡында түбәндәге мәҡәләнән күберәк белә алаһығыҙ: «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ), 1 октябрь, 2011 йыл, 26—31 биттәр, «Боронғо Йәрүсәлим ҡасан емерелгән булған? (1 өлөш)»; «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ), 1 ноябрь, 2011 йыл, 22—28 биттәр, «Боронғо Йәрүсәлим ҡасан емерелгән булған? (2 өлөш)».