Беҙ һүрәттәргә табынырға тейешме?

Беҙ һүрәттәргә табынырға тейешме?

Изге Яҙманан яуап

 Юҡ, беҙ һүрәттәргә табынырға тейеш түгел. Алланың Израиль халҡына биргән ҡанундары хаҡында католиктарҙың бер энциклопедияһында былай тип яҙылған: «Изге Яҙманың төрлө өҙөктәренән күренеүенсә, Аллаға хаҡ табыныуҙа һүрәттәр ҡулланылмаған» («New Catholic Encyclopedia»). Әйҙәгеҙ, түбәндә килтерелгән аяттарҙы ҡарап сығайыҡ.

  •   «Үҙеңә күктә, ерҙә йә һыуҙа булған нәмәләрҙең боттарын йәки һүрәттәрен яһама. Уларға сәждә ҡылма һәм хеҙмәт итмә, сөнки мин, һинең Аллаң Йәһүә, йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе Алла» (Сығыш 20:4, 5). Алла «йән-тән менән бирелгәнлекте» талап итә икән, тимәк, ул беҙҙең төрлө һындарға, һүрәттәргә, шул иҫәптән иконаларға, боттарға һәм шуның кеүек башҡа әйберҙәргә табыныуҙы хупламай.

  •   «Мин... боттарға үҙ данымды бирмәйем» (Ишағыя 42:8). Алла үҙенә һүрәттәр ярҙамында табыныуҙы теләмәй. Израилдәр табыныр өсөн быҙау һыны яһағас, Алла, был халыҡ «аҙғынлыҡҡа төштө», тигән (Сығыш 32:7—9).

  •   «Беҙ... Алла оҫта кешенең ҡулы һәм хыялы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ» (Ғәмәлдәр 17:29). Ялған аллаларға табыныусылар «оҫта кешенең ҡулы һәм хыялы» ярҙамында яһалған әйберҙәр ҡуллана. Беҙ иһә, мәсихселәр булараҡ, «күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән» йәшәргә тейеш (2 Коринфтарға 5:7).

  •   «Үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан [боттарҙан, ЯДТ] һаҡлағыҙ» (1 Яхъя 5:21). Алла уға табынғанда иконалар һәм башҡа төрлө һүрәттәр ҡулланыуҙы хуплай, тигән ялғанды Изге Яҙма тулыһынса фашлай. Быны Алла израилдәргә һәм мәсихселәргә биргән әмерҙәр раҫлай.