башҡорт
Изге Яҙма, бер ҡотҡарылдың икән, мәңгегә ҡотҡарылдың, тип өйрәтәме?
https://cms-imgp.jw-cdn.org/img/p/502016155/univ/art/502016155_univ_sqr_xl.jpg
ijwbq 106 мәҡәлә

Изге Яҙма, бер ҡотҡарылдың икән, мәңгегә ҡотҡарылдың, тип өйрәтәме?

Изге Яҙма, бер ҡотҡарылдың икән, мәңгегә ҡотҡарылдың, тип өйрәтәме?

Изге Яҙманан яуап

 Юҡ, Изге Яҙма «бер ҡотҡарылдың икән, мәңгегә ҡотҡарылдың» тигән тәғлимәтте кире ҡаға. Ғайсаға иман итеү нигеҙендә ҡотҡарылыу алған кеше иманын һаҡламаһа, киләсәктә ҡотҡарылыуға өмөтләнә алмай. Изге Яҙманан күренеүенсә, иманды һаҡлар өсөн, көс һалырға, уның өсөн көрәшергә кәрәк (Йәһүҙә 3, 5). Беренсе мәсихселәр Ғайсаны ҡабул иткән булһа ла, уларға ошондай әмер бирелгән: «Ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ» (Филипиҙарға 2:12).

Изге Яҙманың ниндәй аяттары «бер ҡотҡарылдың икән, мәңгегә ҡотҡарылдың» тигән тәғлимәттең дөрөҫ түгеллеген раҫлай?

  •   Изге Яҙмала әйтелгәнсә, етди гонаһ ҡылыусылар Алла Батшалығына инеү мөмкинлеген юғалта (1 Кәринттәргә 6:9—11; Ғалаттарға 5:19—21). Әгәр бер ҡотҡарылыу мәңгегә ҡотҡарылыуға юл асһа, бындай киҫәтеүҙәр мәғәнәһеҙ булыр ине. Изге Яҙманан күренеүенсә, инде ҡотҡарылған кеше гонаһлы эштәренә яңынан ҡайтырға мөмкин. Мәҫәлән, Еврейҙарға 10:26-ла былай тиелә: «Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай» (Еврейҙарға 6:4—6; 2 Петер 2:20—22).

  •   Иманды һаҡлауҙың ни тиклем мөһим икәнен күрһәтер өсөн, Ғайса бер миҫал килтергән. Миҫалында ул үҙен йөҙөм һабағы менән, ә шәкерттәрен йөҙөм ботаҡтары менән сағыштырған. Ҡасандыр иманын эштәре менән күрһәткән, йәғни емеш килтергән шәкерттәрҙең ҡайһы берҙәре һуңыраҡ емешһеҙ ботаҡҡа, «киҫеп ташлай» торған ботаҡҡа әйләнгән, шул арҡала ҡотҡарыла алмаған (Яхъя 15:1—6). Илсе Пауыл да ошоға оҡшашыраҡ миҫал ҡулланған. Ул иманын һаҡламаған мәсихселәр хаҡында, улар ҡырҡып ташланыр, тигән (Римдарға 11:17—22).

  •   Мәсихселәргә уяу булырға әмер бирелә (Матфай 24:42; 25:13). Уяулығын юғалтып рухи йоҡоға талған һәм «ҡараңғылыҡ» эштәре ҡылып Ғайса ҡушҡандарҙы еренә еткереп үтәмәгән кешеләр ҡотҡарылыу мөмкинлеген юғалта (Римдарға 13:11—13; Асылыш 3:1—3).

  •   Изге Яҙмалағы күп аяттар ҡотҡарылыу алған кешенең ахырғаса тоғро ҡалырға тейешлеген күрһәтә (Матфай 24:13; Еврейҙарға 10:36; 12:2, 3; Асылыш 2:10). Беренсе быуаттағы мәсихселәр, үҙ ҡәрҙәштәренең иманда ныҡ тороуы хаҡында ишетеп, бик шатланған (1 Тисалуникаларға 1:2, 3; 3 Яхъя 3, 4). Изге Яҙма беҙҙе, сыҙамлыҡ менән Аллаға тоғро булырға саҡырып, ҡат-ҡат иҫкәртә. Бер тапҡыр ҡотҡарылған кеше мәңгегә ҡотолоу ала тип иҫәпләһәк, ундай иҫкәртеүҙәр урынһыҙ булыр ине.

  •   Илсе Пауыл, үҙ үлеменең инде яҡын икәнен аңлағас ҡына, ҡотҡарылыу аласағы хаҡында ышаныс менән әйтә алған (2 Тимәтигә 4:6—8). Шул ваҡытҡа ҡәҙәр иһә ул, тән теләктәрен еңмәһә, ҡотҡарылыуын ҡапыл ғына юғалтып ҡуйыуы бар икәнен белгән. Пауыл былай тип яҙған: «Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә, үҙем әжеренән ҡоро ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам» (1 Кәринттәргә 9:27; Филипиҙарға 3:12—14).