«Күктәр Батшалығының асҡыстары» нимә ул?

«Күктәр Батшалығының асҡыстары» нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 «Батшалыҡ асҡыстары», йәғни «күктәр Батшалығының асҡыстары» кешеләргә «Алла Батшалығына инер» өсөн юл асыу хоҡуғын символлаштыра (Матфай 16:19; Илселәр 14:22) a. Ғайса илсе Петергә «күктәр Батшалығының асҡыстары[н]» биргән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Алланың тоғро хеҙмәтселәре, изге рух алып, күктәге Батшалыҡҡа инеү хөрмәтенә лайыҡ була алған, ә Петергә шул хаҡта башҡаларға белем асыу хоҡуғы бирелгән булған.

Асҡыстар кемдәргә ҡарата ҡулланылған?

 Петер, Алла биргән хакимлыҡты ҡулланып, өс төркөмгә Батшалыҡҡа инеү юлын асҡан:

  1.   Йәһүдтәргә һәм йәһүд диненә күскән кешеләргә. Ғайса үлгәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Петер йәһүд динен тотоусылар алдында сығыш яһаған. Ул Ғайсаның Алла тарафынан күктәге Батшалыҡта идара итер өсөн һайланғанын танырға өндәгән. Петер ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. Шулай итеп ул йәһүдтәргә Алла Батшалығына инеү мөмкинлеген асҡан, һәм меңләгән кеше «Петерҙең һүҙҙәрен шатланып ҡабул иткән» (Илселәр 2:38—41).

  2.   Самария кешеләренә. Һуңыраҡ Петер Самария халҡына b ебәрелгән. «Самария кешеләре изге рух алһын өсөн» Петер илсе Яхъя менән бергә доға ҡылған һәм шулай итеп Батшалыҡ асҡысын ҡулланған (Илселәр 8:14—17). Шул саҡта Самария кешеләренә лә Батшалыҡҡа инеү мөмкинлеге асылған.

  3.   Мәжүсиҙәргә. Ғайса үлтерелгәндән һуң өс йыл ярым үткәс, Алла Петергә мәжүсиҙәрҙең дә (йәһүд булмағандарҙың) күктәге Батшалыҡҡа инә аласағын асҡан. Шул саҡтан алып Петер өсөнсө асҡысты ҡулланған, йәғни мәжүсиҙәргә вәғәзләй башлаған. Шулай итеп уларға ла изге рух алырға, мәсихсе булырға, ә киләсәктә инде күктәге Батшалыҡта идарасылар булып китергә мөмкинлек асылған (Илселәр 10:30—35, 44, 45).

«Батшалыҡҡа инеү» нимәне аңлата?

 Батшалыҡҡа ингәндәр күктә Ғайса менән бергә идара итәсәк. Изге Яҙмала алдан әйтелгәнсә, улар тәхеттәргә ултырасаҡ һәм «ер өҫтөнән батшалыҡ итәсәктәр» (Лука 22:29, 30; Асылыш 5:9, 10, ЯДТ).

Батшалыҡ асҡыстары хаҡында яңылыш ҡараштар

 Яңылыш ҡараш. Кемдәрҙең күккә барасағын Петер хәл итә.

 Факт. Изге Яҙмала, Ғайса «тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк», тип яҙылған, ә һис тә Петер түгел (2 Тимәтигә 4:1, 8; Яхъя 5:22). Илсе Петер үҙе лә: «Алла Ғайсаны тереләргә һәм үлеләргә хөкөмсө итеп билдәләне», — тигән (Илселәр 10:34, 42).

 Яңылыш ҡараш. Батшалыҡ асҡыстарын ҡасан ҡулланырға икәнен Петер үҙе хәл иткән. Күктә уның ҡарарҙарын көткәндәр.

 Факт. Батшалыҡ асҡыстары хаҡында Ғайса Петергә былай тигән: «Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк» (Матфай 16:19, Изге Яҙма, 2023). Ошо аятты уҡып, ҡайһы берәүҙәр, күктәгеләргә Петер күрһәтмәләр биргән, тип аңлай. Әммә төп нөсхәлә ҡулланылған грек һүҙҙәре Петерҙең күктә ҡарарҙар ҡабул иткәнен түгел, ә ерҙә күктәге ҡарарҙарға ярашлы эш иткәнен күрһәтә.

 Изге Яҙмалағы башҡа аяттар ҙа, Батшалыҡ асҡыстарын ҡулланғанда, Петерҙең күккә буйһонғанын күрһәтә. Мәҫәлән, өсөнсө асҡысты ул Алланан күрһәтмәләр алғас ҡына ҡулланған (Илселәр 10:19, 20).

a  Изге Яҙмала «асҡыс» ҡайһы саҡта вәкәләт һәм яуаплылыҡты символлаштыра (Ишағыя 22:20—22; Асылыш 3:7, 8).

b  Самария халҡының дине йәһүд диненән айырылып торған, әммә улар Муса ҡанунының ҡайһы бер күрһәтмәләрен һәм әмерҙәрен тотҡан.