Аҡса менән бәйле ауырлыҡтар һәм бурыстар булғанда Изге Яҙма ярҙам итә аламы?
Изге Яҙманан яуап
Эйе. Матди ауырлыҡтарҙы хәл итергә Изге Яҙмалағы дүрт принцип ярҙам итә ала.
Сығымдарҙы алдан планлаштырығыҙ. «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5, ЯДТ). Берәй әйберҙең хаҡы төшкәнгә генә, уны һатып алырға ашыҡмағыҙ. Бюджетты алдан төҙөп, уның сиктәренән сыҡмағыҙ.
Кәрәкмәгән бурыстарға инмәгеҙ. «Бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:7). Әгәр бурысығыҙ булып, уны ваҡытында түләй алмайһығыҙ икән, аҡса биреүсе менән бурысты һуңыраҡ ҡайтарыу тураһында һөйләшеп ҡарағыҙ. Үтенеп ялбарығыҙ. Изге Яҙмала ныҡлап уйламайынса башҡа кешенең бурысы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кешегә ошондай кәңәш бирелә: «Уның янына бар, аяғына йығыл, ялбар, күҙҙәреңә йоҡо бирмә, керпектәрең дә ауыраймаһын» (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:1—5). Бер һөйләшеүҙә генә килеп сыҡмаһа, бирешмәгеҙ, ҡабат һөйләшеп ҡарағыҙ.
Аҡса тормошоғоҙҙа беренсе урында булмаһын. «Ҡомһоҙҙоң ниәте – тиҙерәк байыу, артынса хәйерселек килерен уйламай ул» (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:22). Көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ, матди ауырлыҡтарҙан тыш, рухилығыбыҙға ла зыян килтерергә мөмкин.
Булғаны менән ҡәнәғәт булығыҙ. «Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек» (1 Тимәтигә 6:8). Бәхетте һәм ҡәнәғәтлекте аҡсаға һатып алып булмай. Ғәҙәттә, иң бәхетле кешеләр бай түгел. Әммә улар туғандарының һәм дуҫтарының яратыуына, ә тағы ла мөһимерәге — Алла менән дуҫлыҡҡа эйә (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:17; 1 Петер 5:6, 7).