Төп мәғлүмәткә күсеү

Ата-әсәләргә балаларына енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы һорауҙарҙы нисек аңлатырға?

Ата-әсәләргә балаларына енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы һорауҙарҙы нисек аңлатырға?

Изге Яҙманан яуап

 Балаларға енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы һорауҙарҙы кем аңлатырға тейеш? Изге Яҙма был бурысты ата-әсәләргә йөкмәтә. Күп ата-әсәләргә түбәндәге кәңәштәр ярҙам иткән:

  •   Уңайһыҙланмағыҙ. Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр һәм енси ағзалар тураһында асыҡтан-асыҡ әйтелә. Алла Израиль халҡына, балалар шундай һорауҙарҙа ла белем алһындар, тип ҡушҡан (Ҡанун 31:12; Левиттар 15:2, 16—19). Енси мөнәсәбәттәр һәм енси ағзалар тураһында ниндәйҙер оятлы нәмәләр хаҡында һөйләгән кеүек түгел, ә ихтирам менән һөйләгеҙ.

  •   Әкренләп өйрәтегеҙ. Бала енси яҡтан өлгөрә башлаған осорҙа секс тураһында бер мәртәбә оҙаҡ һәм ентекләп һөйләү урынына, ул аңлай алған кимәлдә әкренләп белем биреү яҡшыраҡ (1 Коринфтарға 13:11).

  •   Әхлаҡи нормаларға өйрәтегеҙ. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә ниндәйҙер дәрәжәлә енси тәрбиә биреү ҡаралған. Шулай ҙа Изге Яҙма ата-әсәләрҙе балаларын физиологик аспекттар менән генә түгел, ә енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы әхлаҡи нормалар менән дә таныштырырға дәртләндерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:1—23).

  •   Балағыҙҙы иғтибар менән тыңлағыҙ. Балағыҙ һеҙгә секс тураһында һорауҙар бирһә, үтә ныҡ хисле итеп яуап ҡайтармағыҙ һәм ашығыс һығымталар яһамағыҙ. «Тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй» булығыҙ, тигән кәңәш буйынса эш итеү яҡшыраҡ (Яҡуб 1:19).

Баланы боҙоҡ кешеләрҙән нисек яҡларға?

Баланы үҙен боҙоҡ кешеләрҙән яҡларға өйрәтегеҙ

  •   Белемегеҙҙе арттырығыҙ. Енәйәтселәрҙең ғәҙәттә нисек эш итеүе хаҡында белегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:15; «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) 32-се бүлеген ҡарағыҙ, I том.)

  •   Балағыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороғоҙ. Балағыҙҙы берәйһе менән ҡалдырыр алдынан, ул кешегә ышанып булғанына инанығыҙ. Баланы үҙ ҡарамағына ҡалдырмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15).

  •   Балағыҙҙы тыңлаусан булыуға дөрөҫ ҡарарға өйрәтегеҙ. Балаларға ата-әсәһен тыңларға өйрәнергә кәрәк (Колосстарға 3:20). Ләкин әгәр һеҙ, бөтә оло кешеләрҙе һәр ваҡыт тыңларға кәрәк, тип өйрәтһәгеҙ, балағыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Мәсихсе ата-әсәләр балаһына былай тип әйтә ала: «Әгәр кемдер һиңә Алла тыйғанды эшләргә ҡушһа, быны эшләмә» (Ғәмәлдәр 5:29).

  •   Балағыҙҙы яҡлар өсөн, ябай саралар күрегеҙ. Балағыҙҙы берәйһе, һеҙҙең уның янында булмауығыҙҙан файҙаланып, уға зыян килтерергә уйлаған осраҡта нисек эш итергә кәрәклегенә өйрәтегеҙ. Бала менән, үҙен яҡларға өйрәтеп, репетиция яһаһағыҙ, ул ҡаты итеп: «Теймә миңә! Мин һинең турала барыһына ла һөйләйем!» — тип әйтә һәм тиҙ генә ҡасып китә алыр. Был турала ҡат-ҡат баланың иҫенә төшөрөргә кәрәк булыр, сөнки балалар, ғәҙәттә, тиҙ онотоусан була (Ҡанун 6:7).