Армагеддон һуғышы нимә ул?

Армагеддон һуғышы нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 Армагеддон һуғышы тигәндә, ерҙәге хөкүмәттәр менән Алла араһындағы һуңғы һуғыш күҙ уңында тотола. Был хөкүмәттәр һәм уларға булышлыҡ күрһәтеүселәр хатта әле лә, Алланың идараһына буйһонорға теләмәйенсә, уға ҡаршы тора (Зәбур 2:2). Армагеддон һуғышы кешеләрҙең идараһына сик ҡуясаҡ (Данил 2:44).

 «Армагеддон» тигән һүҙ Изге Яҙмала бер генә тапҡыр — Асылыш 16:16-ла осрай. Был китаптағы пәйғәмбәрлек буйынса, «бөтөн донъя батшаларын» «„Армагеддон“ тип аталған урынға» «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа» йыйырҙар (Асылыш 16:14).

 Армагеддонда кем һуғышыр? Ғайса Мәсих күктәге ғәскәрҙе Алла дошмандарын еңер өсөн алып сығасаҡ (Асылыш 19:11—16, 19—21). Был дошмандарға Алла хакимлығына ҡаршы торғандар һәм Алланы һанға һуҡмағандар керә (Йәзәкил 39:7).

 Армагеддон һуғышы Яҡын Көнсығышта буламы? Юҡ. Армагеддон һуғышы билдәле бер урында булмаясаҡ, ул бөтә донъяны солғап аласаҡ (Иремия 25:32—34; Йәзәкил 39:17—20).

 Ҡай саҡта «Хар-Магедон» (еврейса Хар-Мегиддон) тип тәржемә ителгән Армагеддон һүҙе «Мегиддо тауы» тигәнде аңлата. Мегиддо боронғо Израиль территорияһында урынлашҡан ҡала булған. Тарихтан күренеүенсә, был ҡала янында күп хәл иткес һуғыштар булған, уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында Изге Яҙмала яҙылған (Хөкөмсөләр 5:19, 20; 2 Батшалар 9:27; 23:29). Шулай ҙа Армагеддон боронғо Мегиддо янындағы билдәле бер урынды аңлатмай. Унда бейек тау юҡ, ә уның янындағы Йәзрәил үҙәне Аллаға ҡаршы сыҡҡандарҙың барыһын да һыйҙыра алмай. Армагеддон — ул бөтә донъяла килеп тыуған ситуация. Ул саҡта халыҡтар, бергә йыйылып, һуңғы тапҡыр Алла хакимлығына ҡаршы сығасаҡ.

 Армагеддон һуғышы ваҡытында шарттар ниндәй булыр? Алланың үҙ көсөн нисек ҡулланыры беҙгә билдәле түгел, ләкин беҙ уның элек ҡулланған ҡоралдары барлығын беләбеҙ: боҙ борсаҡ, ер тетрәү, ҡойма ямғыр, көкөрт һәм ут, йәшен һәм ауырыуҙар (Әйүп 38:22, 23; Йәзәкил 38:19, 22; Абаҡум 3:10, 11; Зәкәриә 14:12). Кәм тигәндә Алланың ҡайһы бер дошмандары ығы-зығы ваҡытында бер-береһен үлтерә башлар, ләкин ахыр сиктә үҙҙәренә ҡаршы Алла һуғышҡанын аңлар (Йәзәкил 38:21, 23; Зәкәриә 14:13).

 Армагеддонда донъя бөтөрмө? Беҙҙең планета юҡ ителмәҫ, ер һәр ваҡыт кешелектең йорто булыр (Зәбур 37:29; 96:10; Вәғәзсе 1:4). Армагеддонда кешеләр юҡ ителмәйәсәк, киреһенсә, ҡотҡарыласаҡ, Алланың «бихисап күп» хеҙмәтселәре иҫән ҡаласаҡ (Асылыш 7:9, 14; Зәбур 37:34).

 Изге Яҙмалағы «донъя» тигән һүҙ ерҙе генә түгел, ә Аллаға ҡаршы торған яуыз кешелек йәмғиәтен дә аңлата (1 Яхъя 2:15—17). Армагеддонда ошо «донъя бөтәсә[к]» (Матфей 24:3).

 Армагеддон ҡасан буласаҡ? «Ҙур афәт» (уның иң юғары нөктәһе Армагеддон һуғышы буласаҡ) тураһында һөйләгәндә, Ғайса былай тигән: «Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә» (Матфей 24:21, 36). Шулай ҙа Изге Яҙмала, Армагеддон Ғайсаның 1914 йылда башланған күҙгә күренмәй идара итеүе ваҡытында буласаҡ, тип әйтелә (Матфей 24:37—39).