Алла Һүҙе — кем йә нимә ул?

Алла Һүҙе — кем йә нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмалағы «Алла һүҙе» тигән һүҙбәйләнеш, ғәҙәттә, юғарынан килгән хәбәргә йәки хәбәрҙәргә ҡағыла (Лука 11:28). Әммә Изге Яҙмалағы ҡайһы бер аяттарҙа «Алла Һүҙе» йә «Һүҙ» титул булып тора (Асылыш 19:13; Яхъя 1:14).

 Юғарынан килгән хәбәр. Йыш ҡына пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре аша бирелгән хәбәрҙәрҙе Алланың һүҙе тип атаған. Мәҫәлән, Йәрәмиә Алланан бирелгән пәйғәмбәри хәбәрҙе еткерер алдынан былай тигән: «Миңә Раббы һүҙе булды» (Йәрәмиә 1:4, 11, 13; 2:1). Йә икенсе миҫал: Шаулға Алланың уны батша итеп һайлағанын әйтер алдынан Самуил уға былай тигән: «Ә үҙең туҡтап тор. Минең һиңә Алла һүҙен еткерәһем бар» (1 Самуил 9:27, ЯДТ).

 Титул. Бынан тыш, Изге Яҙмала «Һүҙ» Ғайса Мәсихтең титулы итеп ҡулланыла. Ул күктә рухи шәхес булғанда ла, ерҙә кеше булып йәшәгәндә лә шулай аталған. Бына был фекерҙе раҫлаған бер нисә дәлил.

  •   «Һүҙ» башҡа бөтә ижади нәмәләргә ҡарағанда алдараҡ барлыҡҡа килтерелгән. «Башта Һүҙ булған... Ул башта Алла менән булған» (Яхъя 1:1, 2). Ғайса «Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине», ул «бар нәмәнән дә алдараҡ булған» (Колосстарға 1:13—15, 17).

  •   «Һүҙ» ергә кеше булып килгән. «Һүҙ кеше булды һәм беҙҙең арала йәшәне» (Яхъя 1:14). Ғайса Мәсих «бар нәмәнән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол булмышында, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне» (Филипиҙарға 2:5—7).

  •   «Һүҙ» — Алланың Улы. Илсе Яхъя «Һүҙ кеше булды» тип яҙғандан һуң: «Беҙ уның данын — берҙән-бер улының атаһынан алған данын күрҙек», — тип дауам иткән (Яхъя 1:14). Яхъя тағы ла: «Ғайса... Алла Улы», — тип яҙған (1 Яхъя 4:15).

  •   «Һүҙ» Алланың сифаттарына эйә. Изге Яҙмала «Һүҙ Аллаға оҡшаш булған» тип тә әйтелә (Яхъя 1:1). Ғайса — «Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы» (Еврейҙарға 1:2, 3).

  •   «Һүҙ» — идара итеүсе Батша. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла Һүҙенең башында «бик күп таждар» (Асылыш 19:12, 13). «Һүҙ» шулай уҡ «Батшаларҙың батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тип атала (Асылыш 19:16). Ғайса — «батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» (1 Тимәтигә 6:14, 15).

  •   «Һүҙ» Алланың вәкиле булып хеҙмәт итә. «Һүҙ» тигән титул, күрәһең, Алла исеменән ниндәйҙер хәбәрҙәр йә күрһәтмәләр еткереүсегә ҡарата ҡулланыла. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, ул тап шул ролде үтәгән. Ул былай тигән: «Мине ебәргән Атам миңә нимә һөйләргә һәм нимәгә өйрәтергә икәнен әйтте. [...] Шуға күрә нимә генә һөйләһәм дә, тап Атам миңә әйткәнсә һөйләйем» (Яхъя 12:49, 50).