Изге Яҙмала Алланың фекерҙәре яҙылғанмы?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙманы яҙыусыларҙың күбеһе шуны таный: улар менән Алла етәкселек иткән. Бына бер нисә миҫал:
Дауыт батша: «Йәһүә рухы минең аша һөйләне, Уның һүҙе минең телемдә ине» (2 Самуил 23:1, 2).
Ишағыя пәйғәмбәр: «Аллаһы Тәғәлә — Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә былай ти» (Ишағыя 22:15).
Илсе Яхъя: «Был... Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы» (Асылыш 1:1).