Ғайса — ул ысынлап та Алланың исемеме?

Ғайса — ул ысынлап та Алланың исемеме?

Изге Яҙманан яуап

 Ғайса Мәсих үҙен «Алла Улы» тип атаған (Яхъя 10:36; 11:4). Ул бер ваҡытта ла, мин — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, тип әйтмәгән.

 Бынан тыш, Ғайса үҙе Аллаға доға ҡылған (Матфей 26:39). Ул шәкерттәрен: «Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Матфей 6:9).

 Ғайса, Яҙмаларҙан: «Тыңла, Израиль, беҙҙең Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә», — тигән өҙөктө килтереп, Алланың исемен асыҡ итеп күрһәткән (Марк 12:29, ЯДТ; Ҡанун 6:4).