ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | НИКАХ
Иҫерткес эсемлектәрҙе сама белмәйенсә эсеү ғаиләгә нисек тәьҫир итә?
Тормош иптәшегеҙҙең иҫерткес эсемлектәр эсеү ғәҙәтегеҙ хаҡында һеҙгә борсолоуын белдергәне булдымы? Шулай булһа, һеҙгә ҡайһы бер яҡтарға иғтибар итергә кәрәк.
Был мәҡәләлә
Иҫерткес эсемлектәрҙе сама белмәйенсә эсеү ғаиләне емерә ала
Иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш эсеү һаулыҡ менән проблемаларға, шул иҫәптән йөрәк ауырыуҙарына, бауыр циррозына һәм яман шеш сиренә килтерә ала. Өҫтәүенә, был ғәҙәт ғаиләлә лә ауырлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, өйҙә көс ҡулланыуға, аҡса менән ҡыйынлыҡтарға, хыянатҡа һәм хатта айырылышыуға килтерә ала.
Иҙге Яҙмала иҫерткес эсемлектәрҙе сиктән тыш күп эсеү тураһында былай тип әйтелә: «Аҙаҡтан ул йылан кеүек сағыр, ҡара йылан һымаҡ ағыу сәсер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:32). Үҙегеҙҙең иҫерткес эсемлектәргә әүәҫме, юҡмы икәнен нисек белергә?
Иҫерткес эсемлектәр һеҙгә хужа түгелме?
Киләһе һорауҙар быны билдәләргә ярҙам итер:
Иҫерткес эсемлектәрҙе самаһын белеп эсеү һеҙгә ауыр биреләме?
Тағы ҡасан эсерегеҙ хаҡында йыш уйлайһығыҙмы?
Эсеү тормошоғоҙҙа һәм ғаиләгеҙҙә проблемалар тыуҙырһа ла, эсеүегеҙҙе дауам итәһегеҙме?
Эсеүҙе ташларға тырышҡанда, үҙегеҙҙе насар тойғанығыҙ булдымы?
Иҫерткес эсемлектерҙе эсеүегеҙ тормош иптәшегеҙ менән талашыуға килтерәме?
Һеҙ иҫерткес эсемлектәрҙе элеккегә ҡарағанда күберәк эсә башламанығыҙмы?
Йәшереп кенә эскәнегеҙ булдымы? Өйҙә йә эш урынында иҫерткес эсемлектәрҙе йәшерәһегеҙме?
Бында килтерелгән һорауҙарҙың береһенә генә булһа ла «эйе» тип яуап бирһәгеҙ, моғайын, иҫерткес эсемлектәр һеҙгә хужа булып киткән. Бәлки, һеҙҙең хатта алкоголизм тигән етди ауырыу үҫешкәндер.
Проблеманың барлығын кире ҡаҡмайһығыҙмы?
Тормош иптәшегеҙҙең иҫерткес эсемлекте эсеүегеҙ хаҡында борсолғаны булдымы? Шулай булһа, бәлки, һеҙ тәртибегеҙҙе аҡларға тырышҡанһығыҙҙыр. Моғайын, һеҙ башҡаларҙы, шул иҫәптән тормош иптәшегеҙҙе ғәйепләп, бындайыраҡ һүҙҙәр әйткәнһегеҙҙер:
«Һин минең менән яҡшы мөғәмәлә итһәң, эсергә тура килмәҫ ине».
«Һинең дә минеке кеүек начальник булһа, һин дә эсер инең».
«Минән дә күберәк эскән кешеләр бар әле».
Ундай һүҙҙәр әйткәнегеҙ булһа, һеҙ эсәргә тәләгегеҙҙе ғаилә бәхетенән өҫтөнөрәк ҡуяһығыҙ түгелме? Әммә нимә мөһимерәк булырға тейеш?
Изге Яҙмалағы принцип: «Ә өйләнгәне иһә... ҡатынына ярарға тырыш[а]» (1 Кәринттәргә 7:33).
Проблеманы кире ҡағып, һеҙ үҙегеҙ менән тормош иптәшегеҙ араһында стена булдыраһығыҙ. Ләкин уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, һеҙ, образлы итеп әйткәндә, тәҙрә уяһығыҙ һәм иптәшегеҙҙе нимә борсоғанын күрә алаһығыҙ
Нимә эшләп була?
Тормош иптәшегеҙҙең борсолоуҙарына етди ҡарағыҙ. Иптәшегеҙ артыҡ борсола кеүек күренһе лә, үҙгәрештәр яһай алыр инегеҙме? Иптәшегеҙҙең үтенестәренә ҡарамайынса, үҙгәрештәр яһай алмаһағыҙ һәм эсеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, тимәк, иҫерткес эсемлектәр һеҙҙең өсөн ысынлап та проблема булып киткән.
Изге Яҙмалағы принцип: «Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» (1 Кәринттәргә 10:24).
Күберәк мәғлүмәт эҙләгеҙ. Һуғышта еңер өсөн, һалдат дошманының тактикаһын белергә тейеш. Һеҙ шуға оҡшаш хәлдә: дошманды еңер өсөн, алкоголизм тураһында, уның кешеләрҙе тоҙаҡҡа нисек эләктергәне хаҡында белергә кәрәк. Шуға күрә иҫерткес эсемлектәргә әүәҫлекте еңер өсөн һәм ҡабат был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн ниндәй алымдар ҡулланып булғанын тикшерегеҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Үҙегеҙгә ҡаршы көрәш алып барған гонаһлы теләктәргә бирешмә[геҙ]» (1 Петер 2:11).
Ярҙам эҙләгеҙ. Алкоголизм менән көрәшкән кешеләр табипҡа мөрәжәғәт итә ала. Алкоголизмдан дауалай торған күп кенә махсус үҙәктәр бар. Шулай уҡ ышаныслы дуҫығыҙ менә һөйләшергә була. Ул ни өсөн һеҙҙе эскелеккә тарта икәнен аңларға ярҙам итә алыр. Әгәр һеҙҙә яңынан эсеү теләге тыуһа, һеҙ уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Табиптарға мөрәжәғәт итеү тураһында уйлап алығыҙ
Изге Яҙмалағы принцип: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17, ЯДТ).
Алкоголизм — ҡатмарлы проблема. Уны ҡыҫҡа ғына мәҡәләне уҡып йә «әҙерәк эсергә тырышырмын» тип кенә әйтеп хәл итеп булмай. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: эскелек һаулығығыҙға ғына түгел, ғаиләгегеҙгә лә зыян килтерә.
Өҫтәмә мәғлүмәт: Башҡаларҙың был проблеманы нисек еңә алғанын белер өсөн, түбәндәге мәҡәләләрҙе уҡығыҙ:
«Мин инде рәхимһеҙ кеше түгел» (тат.)
«Мин бүтән үҙ-үҙемдән оялмайым»
«Тормош рәүешемдән туйҙым» тигән видеояҙманы ла ҡарағыҙ

