Имандарын өлгө итеп алығыҙ. Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләр
Был рубрика ярҙамында Изге Яҙмалағы иҫ киткес иман күрһәткән ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы хикәйәләр һеҙҙең өсөн йәнләнеп китер a. Был кешеләрҙең өлгөләре һеҙгә иманығыҙҙы нығытырға һәм Аллаға тағы ла яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер.
«Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән видеояҙмалар рубрикаһы ла һеҙгә Алланың тоғро хеҙмәтселәренән күп нәмәгә өйрәнергә ярҙам итер.
a Һеҙгә булған ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ күҙ алдына килтерергә һәм шул замандар мөхитенә сумырға ярҙам итер өсөн, мәҡәләләргә Изге Яҙмала иҫкә алынмаған ҡайһы бер ентеклектәр өҫтәлгән. Был ентеклектәр Изге Яҙмаға һәм тарихи документтар менән археологик табылдыҡтарға ҡаршы килмәһен өсөн, тәрән тикшеренеүҙәр үткәрелде.
Донъя яратылғандан алып Туфанға тиклем
Һабил. Ул «үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй»
Беҙ Һабил тураһында, уның хаҡында Изге Яҙмала әҙ яҙылған булһа ла, нимә белә алабыҙ?
Ханох. «Алла уның менән ҡәнәғәт булған»
Һиңә ҡасан да булһа дөрөҫлөктө яҡларға тура килгәне бармы? Улай булһа, һин Ханохтың иманынан күп нәмәгә өйрәнә алаһың.
Нух. Ул «Алла юлында йөрөгән»
Нух һәм уның ҡатыны балаларын тәрбиәләгәндә, ниндәй ауырлыҡтар менән осраған? Кәмә төҙөгәндә нисек улар иман күрһәткән?
The Days of the Patriarchs
«Ибрам, һәр иман итеүсегә Ата»
Ибраһим нисек иман күрһәткән? Ибраһимдың иманын тормошондоң ҡайһы өлөштәрендә һин өлгө ала алаһың?
Сара. «Һин бик матур ҡатынһың»
Фирғәүендең кенәздәре Сараның бик сибәр ҡатын булыуына иғтибар иткән. Артабан булған хәлдәр һеҙҙе ғәжәпләндерер.
Алла уны «батша ҡыҙы» тип атаған
Ни өсөн был яңы исем Сараға тап килгән?
The Exodus and the Days of the Judges
Рут. «Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын»
Ни өсөн Рут үҙ еренә һәм ғаиләһенә ҡайтмаған? Ниндәй сифаттар уны Алла алдында ҡиммәтле иткән?
Рут. «Инсафлы ҡатын»
Рут менән Бағаздың никахтары нимә менән айырылып торған? Рут менән Нәғмиәнән, ғаилә тураһында әйткәндә, нимәгә өйрәнеп була?
Һанна. Ул, доға ҡылып, Аллаға күңелен бушатҡан
Йәһүәгә иманы Һаннаға сисә алмаҫлыҡ булып күренгән хәлде еңеп сығырға ярҙам иткән
Ишмуил. Ул «Йәһүә алдында үҫә барҙы»
Ишмуилдың бала сағы нимә менән айырылып торған? Алланың йортонда хеҙмәт иткәндә Ишмуилға ныҡ иман үҫтерергә нимә ярҙам иткән?
Ишмуил. Ул күңел һүрелеүенә ҡарамаҫтан, ныҡ булып ҡалған
Беҙҙең һәр беребеҙ иманыбыҙҙы һынаған ауырлыҡтар менән һәм күңел һүрелеү менән осрай. Ишмуилдың ныҡ ҡалыуынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?
The Days of Kings and Prophets
Йонафан. «Уға һис нәмә ҡамасаулай алмай»
Йонафан үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһе менән яҡшы ҡоралланған пелештиҙәр отрядына һөжүм иткән. Был һуғыш ысын батырлыҡҡа әйләнгән.
Дауыт һәм Йонафан. Ул «Дауыттың йән дуҫы булып китте»
Тормош шарттары шул тиклем төрлө һәм йәш айырмалары шундай ҙур булған ике кеше нисек дуҫлашып киткән? Уларҙың өлгөһө нисек һеҙгә лә ысын дуҫтар табырға ярҙам итә ала?
Әбиғиә. Ул аҡыл менән эш иткән
Әбиғиәнең ауыр никахҡа үҙ-үҙен тотоуынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?
Ильяс. Ул хаҡ ғибәҙәтте яҡлаған
Изге Яҙма тәғлимәттәре менән ризалашмаған кешеләр менән осрашҡанда беҙ Ильяс пәйғәмбәрҙән нисек өлгө ала алабыҙ?
Ильяс. Ул уяу булған һәм көткән
Йәһүәнең үҙ вәғәҙәһен үтәгәнен көткәндә Ильяс йыш доға ҡылып торған?
Ильяс. Ул Аллаһында йыуаныс тапҡан
Ниндәй ваҡиғалар Ильясты бойоҡтороп, хатта үҙенә үлем һорай башлау хәленә еткергән?
Ильяс. Ул ахырға тиклем сыҙам булып ҡалған
Ильяс күрһәткән ҡаҡшамаҫ сыҙамлылыҡ үрнәге беҙҙең иманыбыҙҙы нығыта һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итә ала.
Юныс. Ул үҙ хаталарынан фәһем алған
Йәһүәнән берәй йөкләмә алғас, һинең дә Юныс һымаҡ ҡурҡыу кисергәнең бармы? Уның тураһындағы хикәйә беҙҙе Йәһүәнең шәфҡәтлелегенә һәм сабырлығына өйрәтә.
Юныс. Ул шәфҡәтле булырға өйрәнгән
Юныс тураһындағы хикәйә нисек беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе намыҫ менән тикшереп сығырға ярҙам итәсәк?
Әсфирә. Ул Алла халҡын яҡлаған
Әсфирә һымаҡ фиҙаҡәр рәүештә яратыу күрһәтер өсөн, иман һәм батырлыҡ кәрәк.
Әсфирә. Ул аҡыллы, ҡыйыу һәм фиҙаҡәр булған
Нисек Әсфирә Йәһүә һәм уның халҡы өсөн фиҙаҡәр эш иткән?
The First Century
Мәрйәм. «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе!»
Мәрйәмдең Ябраил фәрештәгә яуабы уның иманы хаҡында нимәне асыҡлай? Ул шулай уҡ ниндәй сифаттар күрһәткән?
Мәрйәм. Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»
Мәрйәм менән Бәйтлеһемдә булған хәл уның Йәһүәнең вәғәҙәләренә иманын нығытҡан.
Йософ. Ул үрнәк алырлыҡ атай булған
Йософ үҙ ғаиләһен нисек яҡлаған? Ни өсөн ул Мәрйәм менән Ғайсаны Мысырға алып киткән?
Марта. «Ышанам»
Марта, хатта ҡайғы-хәсрәт кисергәндә лә, нисек иман күрһәткән?
Петер. Ул ҡурҡыу һәм шиктәр менән көрәшкән
Шиктәр һәм икеләнеү хисе емергес көскә эйә. Әммә Ғайсаға эйәреп, Петер уларҙы еңгән.
Петер. Ул һынауҙарҙа тоғро булған
Петерҙың иманы һәм тоғро булыуы уға Ғайсаның шелтәһен ҡабул итергә нисек ярҙам иткән?
Петер. Ул Остазынан кисерергә өйрәнгән
Ғайса Петерҙы кисереү тураһында әйткәндә нимәгә өйрәткән? Ғайса Петерҙы кисергәнен нисек күрһәткән?